Туймазы татар драма театры XXVII ижад миҙгелен яба

Туймазы татар драма театры  XXVII ижад миҙгелен яба

17 майҙа Әнғәм Атнабаев әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Игеҙәктәр” комедияһы  менән  Туймазы татар драма театры  XXVII ижад миҙгелен яба.

“Игеҙәктәр” комедияһы уҙған быуаттың 70-се йылдарын үҙ эсенә ала.Әҫәрҙә ауыл тормошо, колхоз, һауынсылар яҙмышы күрһәтелә. Ваҡиғалар үҙәгендә-исеменән үк күренгәнсә ике игеҙәк ҡыҙ һәм улар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр һүрәтләнә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ғ. Сәләм исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әнғәм Ҡасим улы Атнабаевтың әҫәренә туҡталыу осраҡлы түгел, спектакль талантлы әҙиптең тыуыуына 90-йыл тулыуға бағышланып сәхнәләштерелде.

Спектаклде театрҙың баш режиссеры Илнур Муллабаев сәхнәләштерә, рәссамы-Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы—Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb