28 февралдә театрҙың тәүге актрисаларының береһе, Башҡортостандың атҡҙанған артисткаһы Рима Шәһит ҡыҙы Ключареваның юбилейы уңайынан бенефис-Бөйөк Ватан һуғышы осорон, һуғыштан һуңғы йылдарҙы үҙ эсенә алған спектаклдә юбиляр бер аяныслы совет һалдатының әсәһен уйнаны.
Сәхнә әҫәре ҙур уңыш менән үтте. Улдары өсөн йәнен бирергә әҙер әсә образы тамашасыларға көслө тәьҫир итте. Рима Ключареваны ҡотларға бик күп ҡунактар килгәйне, ҡала етәкселеге исеменән Туймазы районы хәҡимиәтенең эштәр менән идара итеүсе Дилә Мөхәммәт ҡыҙы Арсланова сәләмләне.
“Тыуған яҡ” гәзитенең баш мөхәррире Юлия Рамазан ҡыҙы Дәүләтбаева, Туймазы ҡалаһы администрацияһынан Совет секретаре Нәфисә Әғзәм ҡыҙы Нәғимова, эшҡыуарҙар исеменән, татар театрын һөйөүсе Светлана Назим ҡыҙы Нәғимова, Россия Дәүләте Думаһы депутаты Шәйхетдинов Рифат Ғабдулхаҡ улының ярҙамсыһы Бадалова Зәния Фәнраз ҡыҙы Рима Шәһит ҡыҙы Ключареваға матур теләктәрен еткерҙеләр.
Театр директоры Фирҙәт Ғәбидуллин Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафикованың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.