Туймазы татар драма театрында«Яратырға өйрәт мине» променад спектакленең премьераһы үтте

Туймазы татар драма театрында«Яратырға өйрәт мине» променад спектакленең премьераһы үтте

23 майҙа Туймазы татар драма театрында  Екатерина Боронникова һәм Роман Дымшаков пьесаһы буйынса эшләнгән «Яратырға өйрәт мине» променад-спектакленең премьераһы уҙҙы.

Променад һүҙе французсанан “йөрөп кереү” тип тәржемә ителә. Променад-театрының тыуған иле булып Лондон иҫәпләнә. Үҙенсәлекле жанрҙағы спектаклде тәүгеләрҙән булып 2000 йылдан башлап эшләп килгән Punchdrunk труппаһы сәхнәләштергән. Променад-спектакль шуның менән үҙенсәлекле, тамашасы актерҙарҙың уйынын ҡарап ҡына ҡалмай, ә үҙе лә ошо сәхнә уйынында ҡатнаша. Актерҙар театр һөйөүселәргә йөкләмәләр  менән мөрәжәғәт итә.

«Яратырға өйрәт мине» спектакле 17 йәшлек уҡыусы егет менән 37 йәшлек уҡытыусы араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында. Ғәҙәти булмаған жанрҙағы сәхнә әҫәре тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb