25 октябрҙә Туймазы татар дәүләт драма театры коллективы Өфө “Нур” татар дәүләт театры сәхнәһендә Нәжиб Асанбаевтың “Һыу юлы” комедияһын уйнаны. Премьера спектаклен баш ҡала тамашасыһы бик йылы ҡабул итте.
Спектаклде ҡарарга Башкортстан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев килде.
Тамаша аҙағында тамашасылар көслө алҡыштар менән артистарҙы сәләмләне, бик күп маҡтау һүҙҙәрен белдерҙе.