Быйыл, 2017 йылда «Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған “Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар” проекты нигеҙендә күп кенә театрҙар субсидиялар ала. Әлеге исемлектә Туймазы театры ла бар. Коллектив форсаттан файҙаланып, репертуарын классик әҫәрҙәр менән байытырға уйлай.
Ағымдағы йылдың октябрендә репертуарға Хәбибулла Ибраһимов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Еҙнәкәй” музыкаль комедияһы өҫтәләсәк. Музыкаль комедия сәхнә күргәс, коллектив Островский әҫәренә тотонасаҡ.
Федераль бюджеттан бүленгән аҡса театр хисабына июль айы аҙағында күсә башланы. Шул керемдең бер ни тиклем өлөшө костюмдар ижад итеүгә йүнәлтелгән. “Алтын ҡуллы” тегеүселәр костюмдарҙы һәр геройҙың характерына яраҡлаштырып, актерға уңайлы, килешле итеп, яҡшы зауыҡ менән ижад итергә тырыша. Ошо көндәрҙә театрға сәхнә өсөн яҡтыртыу аппаратуралары ла алынған.