Туймазы татар дәүләт драма театры йәнә гастролгә йыйына

Туймазы татар дәүләт драма театры йәнә гастролгә йыйына

Күптән түгел Туймазы татар драма театры коллективы Мәскәү ҡалаһында гастролдәрҙә булып ҡайтты. Февраль башында башҡала тамашасыһына Хәбибулла Ибраһимов пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән “Еҙнәкәй” һәм Александр Коровкин әҫәре буйынса ҡуйылған “Түтәйҙәр” спектаклдәре күрһәтелде. Мәскәү тамашасыһы Туймазы театры спектаклдәрен бик яратып ҡабул итте. Артистар ул сәфәрҙән матур тәьҫораттар менән ҡайтты. 
Бөгөнгө көндә артистар йәнә бер үтә яуаплы гастролгә йыйына. Ағымдағы ййылдың февраль аҙағында Өфө ҡалаһында Театр аҙналығы башланасаҡ. Был аҙналыҡта башҡала театр сәхнәләрендә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы булдырған “Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар” проекты нигеҙендә республикабыҙҙың халыҡ һаны 300 меңгә тулмаған ҡалаларҙа урынлашҡан театрҙарҙа сәхнәләштерелгән спектаклдәр күрһәтеләсәк. Туймазы театры Театр аҙналығы сиктәрендә федераль проект нигеҙендә сәхнә күргән “Еҙнәкәй” музыкаль комедияһын 4 мартта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры бинаһында күрһәтәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb