4 октябрҙә Туймазы татар дәүләт драма театры “Еҙнәкәй” музыкаль комедияһының премьераһы менән үҙенең XXVII ижад миҙгелен аса.
Аслы-туҡлы ярлы тормоштан тамам туйған Ғиззәт атлы йәш егет, бераҙ аҡса эшләп, тормошто бөтәйтеп булмаҫмы, тип ҡалаға эш эҙләп килә. Уңған егет эш табып ҡына ҡалмай, уның алдында ҡызыҡтырғыс мөмкинлек асыла—бай ҡыҙына өйләнеү!
Күренекле башҡорт драматургы Хәбибулла Ибраһимовтың әлеге пьесаны яҙыуына тукһан йылдан артыҡ ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан, әҫәр бөгөнгө көндә лә актуаль. Комедия йәшәйеш, тормош, кешелектең мәңгелек ҡиммәттәре тураһында.
Ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле режиссер алымдары, күңелдәрҙе әле дәртләндереп, әле хисләндереп яңғыраған милли йырҙар, иҫ киткес ҙур оҫталыҡ менән башҡарылған бейеүҙәр, яңы спектаклде зауыҡлы, мауыҡтырғыс, күркәм итә.
Әлеге спектакль “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы вәкилдәре тәҡдиме буйынса, 300 меңгә тулмаған халыҡ һанлы ҡалаларҙағы театрҙарға ярҙам күрһәтеү ниәтенән федераль бюджеттан бүленгән субсидияға сәхнәләштерелә.