Сираттағы ялдарҙан килеү менән, ижад төркөмө уҙған миҙгелдә сәхнәләштерә башлаған “Еҙнәкәй” спектакленең репетицияларына тотондо. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, музыкаль комедияны Илнур Муллабаев сәхнәләштерә. Өфө ҡалаһынан көтөп алған балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова һәм композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин килде.
Ниндәй генә классик әҫәргә тотонма, бар эш күп хеҙмәт, тәрән тәжрибә, һиҙгер күңеллелек һорай, теүәл итеп шул осорҙо яҡтырта белергә кәрәк. Спектакль сәхнәләштереүҙә ҡатнашҡан һәр сәнғәт эйәһе ул заман халҡының тормошон, йәшәү рәүешен өйрәнеп, милләттең рухи һәм матди ҡиммәттәрен үҙәккә ҡуйып эш иткәндә генә тыуасаҡ сәхнә әҫәренең уңышын күҙ аллап була.
Геройҙарҙың характерҙарын асырға, сәхнәләге ваҡиғаларҙы тәьҫирлерәк һүрәтләргә музыка, оҫта ҡулланылған пластик хәрәкәттәр, йыр-бейеүҙәр ярҙамға килә.Театрҙың барлыҡ артистары ҡатнашҡан “Еҙнәкәй” музыкаль комедияһы ла йыр-бейеүгә бай буласаҡ. Ошоно иҫәптә тотоп, артистар вокал, гимнастика, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнеү сәғәттәрен арттырҙы.