Туймазы татар театрында терроризм менән көрәштә теләктәшлек көнөнә бағышланған сара уҙҙы

Туймазы татар театрында терроризм менән көрәштә теләктәшлек көнөнә бағышланған сара уҙҙы

5 сентябрҙә Туймазы татар театрында терроризм менән көрәштә теләктәшлек көнөнә бағышланған бәләкәй йәштәге балалар өсөн сара уҙғарылды.
Сараны дуҫтар мөнәсәбәтендә ыңғай әкиәт геройҙары алып барҙы. Мальвина (Динара Вәхитова) балаларҙы ихлас сәләмләп иң элек һүҙҙе хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес Садыҡов Вәғиз Мөсәүир улына бирҙе. Садыҡов В.М. “Терроризм-йәмғиәткә ҡурҡыныс янай" тигән темаға балалар менән һөйләшеү алып барҙы. Һөйләшеү барышында балалар ҡатмарлы ситуацияға эләккән кешеләр ролен үҙҙәре башҡарып ҡаранылар, ошондай хәлдән дөрөҫ сығыу юлдарын эҙләнеләр. 
Етди һөйләшеүҙе төрлө уйындар дауам итте. Һаубуллашыр алдынан әкиәт геройҙары балаларға ҡыйыу, батыр, изге күңелле булырға өндәне.
Имен илдәге бәхетле тормош символы итеп балалар  матур шарҙар менән бүләкләнде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb