Туймазы театры XXVIII ижад миҙгелен асты

Туймазы театры XXVIII ижад миҙгелен асты

10 октябрҙә Туймазы театры үҙенең XXVIII ижад миҙгелен асты. Күптән кергән ғәҙәт буйынса, миҙгел асыу тантаналы бүлектән башланды. Туймазы Муниципаль районы хәкимиәтенең эштәр идарасыһы Дилә Мөхәммәт ҡыҙы Арсланова тамашасыларҙы ҡайнар сәләмләп, «Йыл актеры»н билдәләп  үтте. Быйыл был номинацияға “Ҡоторған аҡсалар” (Телятев) һәм “Еҙнәкәй” (Низами) комедияларнда тыуҙырған образдары өсөн Руслан Вахитов лайыҡ булды.

Бүләктәр тапшырыуҙы театр директоры Фирҙәт Фәрит улы Ғәбиҙуллин дауам итте. “Иң яҡшы актер дуэты” призын “Игеҙәктәр” спектаклендә үҙҙәренең ролдәрен еренә еткереп уйнагғндары өсөн Алһыу Вәлиева (Раушания) һәм Рөстәм Шәйхомов (Малтабар) алды; “Тамашасы мөхәббәте” призын “Балыҡсы һәм балыҡ” әкиәтендәге Ҡарт образы өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алик Зәйлалов яуланы; «Иң яҡшы эпизодик роль» номинацияһында “Ҡоторған аҡсалар”спектаклендәге Василий роле менән Башҡортостандың халыҡ артисы Айрат Солтанов еңде.

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт Министрлығының Маҡтау грамотаһы менән театрҙың актеры Айнур Ғайсаров һәм бухгалтер Раиса Семенова бүләкләнде. Театрҙың артистары Марсель Мөсәүиров, Динара Вахитова, әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Мусина Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт Министрлығының “Рәхмәт хаты”на эйә булдылар.

Иҫтәлекле көндө Әнғәм Атнабаев пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән “Игеҙәктәр” комедияһы сәхнәләштерелде.   Ижат миҙгелен асыу  байрамы оҙайлы, көслө алҡыштар менән тамамланды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb