Туймазы театрында “Ҡыҙыл таң” гәзитенең юбилейы уҙҙы

Туймазы театрында “Ҡыҙыл таң” гәзитенең  юбилейы уҙҙы

18 апрелдә Туймазы драма театрында “Ҡыҙыл таң” гәзитенең 100 йыллығына бағышланған мәҙәни сара уҙҙы. Байрам кисәһенә гәзит мөхәррирҙәре, ветеран хеҙмәткәрҙәре һәм гәзитте яратып уҡыған ҡунактар йыйылды.

Байрам башында алып барыусылар ҙур хөрмәт менән Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Рифғәт улы Суфияновты сәхнәгә саҡырҙылар. Ул “Ҡызыл таң” гәзите хеҙмәткәрҙәренә ихлас теләктәрен еткерҙе.

 Кисәне Башҡортостандың  һәм Татарстандың халыҡ артисты Фән Вәлиәхмәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов, Фәнир Ғәлимов, Илнур Ғәзизов, Альбина Имаева, Туймазы театры артистары Айрат Солтанов, Данил Нуриханов, Марат Хәсәнов, Айнур Ғайсаров, Лира Сөләймәнова, Динара Вәхитова, “Сәфәр” үрнәкле хореография ансамбле йәмләндерҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb