Туймазы ҡалаһында Муса Сиражиҙың ижад кисәһе ойошторолдо

Туймазы ҡалаһында Муса Сиражиҙың ижад кисәһе ойошторолдо

Күптән түгел яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Муса Сиражиға — 80 йәш тулды. Ошо уңайҙан Туймазы ҡалаһында әҙиптең ижад кисәһе ойошторолдо.

Муса Шәрәфетдин улы 1939 йылдын 1 февралендә Туймазы районы Төпкилде ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, «Ҡыҙыл таң» гәзитендә, "Китап" нәшриәтендә, Яҙыусылар союзында эшләгән. Башҡорт дәүләт университетында уҡытҡан. Муса Сиражиҙың әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, үзбәк, латыш, немец һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителгән.

Яҙыусының ижад кисәһендә уҡыусылар уның шиғырҙарын һөйләне. Уларҙың байтағына көйҙәр яҙылған. Тамашасыларға «Билдәһеҙ һалдатҡа», «Өфө - минен йырым», "Уралдым моңдарыңа" һәм башҡа йырҙары яҡшы таныш.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb