Туймазыла – гастролдәр менән Әлмәт татар дәүләт драма театры

Туймазыла – гастролдәр менән Әлмәт татар дәүләт драма театры

26 сентябрҙә Туймазы татар дәүләт драма театрына Әлмәт татар дәүләт драма театры киләсәк. Кисен, 19.00 сәғәттә  өлкәндәр өсөн Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса әҙерләнгән  “Диләфрүзгә дүрт кейәү” исемле музыкаль  комедия уйналасаҡ. 

Спектакль тураһында: һис тә уйламаҫтан  бер  ауылға, “Ялтырауыҡлы” баҫмала ауылдың беренсе гүзәле Диләфрүз һүрәтләнгән  “Сөйөмбикә” журналының яңы һаны килеп төшә. Тап шул мәлдән башлана ла инде мөхәббәт мәрәкәләре. Ҡыҙҙың һүрәтенә мөкиббән егеттәрҙән күпләп хаттар ағыла. Тик замана Диләфрүзе күңеленә кем яҡын икән: ғилемле Ғәлимме, үткер Шәкүр, йә тырыш Йәмилме? Бәлки ул ҡиммәтле гаджет эйәһе Исмәғилде һайлар?! 

10.00, 12.00 сәғәттә “Кес кенә Мук” исемле  балалар өсөн әкиәт уйналасаҡ. Әкиәттең төп геройы бәхет эҙләп Никеи ҡалаһынан сәйәхәткә сыға. Ниндәй һынауҙар ғына әсе яҙмыш  әҙерләмәһен уға, бәләкәй Мук мәрхәмәтле, ҡыйыу, зирәк булып ҡала hәм үҙ бәхетен таба.
Спектакль рус телендә бара. Тамашаларға рәхим итегеҙ!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb