Туймазыла «Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры конкурсы башланды

Туймазыла «Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры конкурсы башланды

Бөгөн, 9 ноябрҙә «Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры конкурсы башланды.

Маҡсаты — һәләтле халыҡ башҡарыусыларын асыҡлау һәм пропагандалау, оҙон көйҙө башҡарыуҙы тергеҙеү һәм үҫтереү, урындағы башҡорт йыр фольклорын тергеҙеү.
Конкурста махсус вокаль белеме булмаған теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ижади бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүе лә юҡ. Конкурс 16 йәшкә тиклемгеләр, 16-60 йәшлектәр һәм 60 йәштән өлкәндәр араһында ике турҙа уҙғарыла.
16 йәшкәсә ҡатнашыусылар ике турҙа ла үҙҙәре һайлаған йырҙы башҡара. Ҡалған конкурсанттар мотлаҡ башҡарылырға тейеш йырҙар: «Урал», «Буранбай», «Ашҡаҙар», «Сибай». Ҡатнашыусының теләге буйынса йыр башҡорт халыҡ йыр классикаһы әҫәре йәки башҡарыусының тыуған төйәгендәге башҡорт йыр фольклоры өлгөһө булыуы мөмкин.

Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте.

Иң оҫта башҡарыусыға Гран-При ҡаралған. "Оҙон көй" бәйгеһе тәүге  тапҡыр  1997 йылда  ойошторолғайны,  2001 йылдан  төбәк-ара  статусы  алды. 

Конкурсҡа республиканан ғына түгел, ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ҡатнашыусылар килә. Йәш сикләүе юҡ, еңеүселәр һәр төркөмдә айырым билдәләнә, - ти республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек етәксеһе Эльвира Әхмәтйәнова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb