Туймазыла тарихи тирә-яҡты өйрәнеү музейында Вәсил Ханнановтың күргәҙмәһе асылды

Туймазыла тарихи тирә-яҡты өйрәнеү музейында Вәсил Ханнановтың күргәҙмәһе асылды
Республикабыҙҙың Н. Латфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәсил Ханнанов — тынғыһыҙ ижадсыларҙың береһе.

Күптән түгел, 28 октябрь көнө, Башҡортостан Республикаһының Милли музей филиалы-Туймазы тарихи тирә-яҡты өйрәнеү музейында билдәле һәм күренекле рәссам Вәсил Ханнановтың ижадына бағышлаған “Һаумыһығыҙ, иптәш ВХ” исемле күргәҙмә асылды.

Вәсил Ханнанов — Өфөнөң танылған рәссамы, график, перформанстар ойоштороусыһы, үҙенсәлекле художество проекттар авторы, «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе етәксеһе, Наил Латфуллин исемендәге БР Хәҙерге сәнғәт музейы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы.

«Вәсил Ханнанов, донъя уның үҙе кеүек үк универсаль, ә бөтә предметтар үҙгәреш кисерергә тейеш, тип иҫәпләй. Реинкарнацияға ышанырға һәм уны Леонардо тип атарға тәҡдим итәм, — ти йәш сәнғәт белгесе Екатерина Суворова. – Вәсил Ханнанов – йәш йөрәктәр хакеры. Ул беҙҙең быуын гуруһы. Һынлы сәнғәттә «өр-яңы технологиялар» эшкәртеү менән мәшғүл. Вәсил нимә генә эшләмәһен – полотно төшөрәме, йәки үҙ картинаһы өсөн рамды буяймы, һәр нәмәне «ханнановса» башҡара...»

Үҙ-үҙенә һәм бөтә ваҡытты эшкә арнау кәрәклегенә ышанған кеүек, рәссамдә ихтыяр көсө, ойоштороусы һәләте етерлек. Емерек ярым подвал бинаһынан ул музей ҡорҙо һәм мәрхүм булып ҡалған дуҫы һәм уҡытыусыһы Наил Латфуллин иҫтәлегенә уның исемен бирҙе.

Туймазы ҡалаһында барған күргәҙмәлә рәссамдың төрлө жанрҙа 53 эше тәҡдим ителгән. Михаил Назаров, Хәмит Латыпов, Хәтип Фазылов кеүек замандаштарын һүрәтләгән картиналары аша рәссамдың эске донъяһын тойоп була. Тәрән мәғәнәле һәм фәлсәфәүи йөкмәткеле полотноларҙың ысын шәхес тарафынан тыуҙырылыуы аңлашыла.

Күргәҙмә ағымдағы йылдың ноябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.

 Гүзәл Багаева


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb