Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итеүенсә, ҡурайсылар сираттағы бәйгегә әҙерләнә. Был юлы ул йәш ҡурайсыларға ойошторола. Декабрь баштарында Туймазыла “Тылсымлы ҡурай моңо” конкурсы үтә. Бәйгенең статусы асыҡ, башҡа төбәктәрҙән дә килә алалар. Конкурста фәҡәт һәүәҫкәрҙәр ҡурайсылар ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
Еңеүселәр 12 йәшкә тиклем, 12-16 һәм 16-нан өлкәндәр араһында аныҡланасаҡ. Быға тиклем ҡурайсылар конкурсы Октябрскийҙа үткәрелеп килде, Туймазы иһә “Оҙон көй” бәйгеһенең үҙәге булараҡ билдәле. Бәйге тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн ошо һылтанма буйынса үтегеҙ: http://rcntrb.ru/news/1811