Туймазы ҡалаһынан “Сәфәр” ансамбле Халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурсында ҡатнашты. Бәйге Мәскәү өлкәһендәге Истра ҡалаһында үтте. Унда беҙҙең йәш бейеүселәр башҡорт, рус, ҡытай һәм белорус бейеүҙәрен башҡарҙы. Баһалама комиссияһы Туймазы коллективының сағыу сығышын юғары баһаланы. Ансамбль “Халыҡ бейеүен заманса башҡарыу” номинацияһында- Гран-при, “Халыҡ бейеүе” номинацияһында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Халыҡ-ара конкурста Рәсәйҙән тыш, Ҡаҙағстан, Болгария һәм Латвия коллективтары ҡатнашты.