Тулы метражлы тарихи «Бабич» фильмы Халыҡ-ара кино фестивалендә ҡатнаша

Тулы метражлы тарихи «Бабич» фильмы Халыҡ-ара кино фестивалендә ҡатнаша

Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,  «Бабич» фильмы 40-сы Мәскәү Халыҡ-ара кино фестиваленең Рәсәй программаһында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған.

40-сы Мәскәү Халыҡ-ара кино фестивале Мәскәүҙә 19-26 апрелдә үтә. Конкурс программаһынан тыш фестивалдә нәфис кеүек, документаль фильмдар ҡарарға мөмкин. 40-сы Мәскәү Халыҡ-ара кино фестивале сиктәрендә бөтәһе 20-нән ашыу программа эшләйәсәк.

«Бабич» тулы метражлы тарихи нәфис фильм бөйөк башҡорт шағиры һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәр, тәүге Башҡорт хөкүмәте ағзаларының береһе – Шәйехзада Бабичҡа арналған. Картина нигеҙендә – 1914-1919 йылдарҙа Башҡортостан, Ырымбур, Троицк, Силәбе биләмәһендә булған тарихи ваҡиғалар. Фильмды  9 миллион һум күләмендә республика башлығы гранты сиктәрендә «Ысын таҫма» кинокомпанияһы төшөрҙө.

Фильмдың режиссеры – Булат Йосопов. Башҡорт телендә төшөрөлгән фильм русса субтитрҙар менән күрһәтелә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb