Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Бабич» фильмы 40-сы Мәскәү Халыҡ-ара кино фестиваленең Рәсәй программаһында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған.
40-сы Мәскәү Халыҡ-ара кино фестивале Мәскәүҙә 19-26 апрелдә үтә. Конкурс программаһынан тыш фестивалдә нәфис кеүек, документаль фильмдар ҡарарға мөмкин. 40-сы Мәскәү Халыҡ-ара кино фестивале сиктәрендә бөтәһе 20-нән ашыу программа эшләйәсәк.
«Бабич» тулы метражлы тарихи нәфис фильм бөйөк башҡорт шағиры һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәр, тәүге Башҡорт хөкүмәте ағзаларының береһе – Шәйехзада Бабичҡа арналған. Картина нигеҙендә – 1914-1919 йылдарҙа Башҡортостан, Ырымбур, Троицк, Силәбе биләмәһендә булған тарихи ваҡиғалар. Фильмды 9 миллион һум күләмендә республика башлығы гранты сиктәрендә «Ысын таҫма» кинокомпанияһы төшөрҙө.
Фильмдың режиссеры – Булат Йосопов. Башҡорт телендә төшөрөлгән фильм русса субтитрҙар менән күрһәтелә.