“Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә

“Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә

Киләһе йылдың 23 – 30 майында Өфөлә уҙасаҡ төрки телле театрҙарҙың VII “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Фестивалдә Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән театрҙар ҡатнаша. Был юлы Башҡортостандан бер генә коллектив сығышы менән сикләнмәҫкә, ә бөтә теләге булғандарҙы ла саҡырырға иҫәп тоталар. Ҡунаҡҡа Рәсәйҙең билдәле театр коллективы ла киләсәк. Ул Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта спектаклдәр ҡуясаҡ тип күҙаллана. Спектаклдең видеояҙмаһы теркәлгән ғаризаны быйылғы йылдың 1 декабренән дә һуңлатмайынса “Туғанлыҡ” фестиваленә” тигән билдә менән ойоштороу комитетына юлларға кәрәк. Заявканы электрон почтаға (Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.) йә Башҡорт дәүләт академия драма театры адресына ебәрергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 273-47-43, 8927-940-40-49.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb