Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
“Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ... “
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 19 октябрь 2016
“Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ... “
Кисә, 18 октябрь көнө, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, прозаик һәм драматург Мостай Кәримдең тыуыуына 97 йыл тулыуға арналған “ Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ... “ исеме аҫтында театрлаштырылған тамаша булып уҙҙы.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады- башкорт әҙәбиәтенең XX быуаттың иң сағыу һәм милли художество ҡаҙаныштары кимәлен күрһәтеүсе юғары һүҙ сәнғәте ул. Мостай Кәрим –иҫ китмәле күп һәм төрлө-төрлө жанрҙа ла берҙәй уңыш менән эшләгән яҙыусыларҙың береһе . Ә “Оҙон-оҙон балаҫаҡ”, «Ауыл адвокаттары», «Ярлыҡау», «Беҙҙең өйҙең йәме», “Өс таған”әҫәре аша талантлы прозаик итеп күҙаллайбыҙ.
Драматургия- М. Кәрим ижадының иң баҙыҡ тармағы. Быуатыбыҙҙың икенсе яртыһындағы башҡорт драматургияһының үҙәгендә уның пьсалары торҙо, ул хатта милли сәхнә сәнғәтебеҙҙә «Мостай Кәрим театры»тигән үҙенсәлекле тамашаны барлыҡҡа килтерҙе.
Драматургияға ул 1947 йылда «Туй дауам итә» тигән драма әҫәре менән күтәрелә һәм артабан бер-бер артлы сәхнә әҫәрҙәре ижад итә. Бөтәһе улар-11.
Беҙ уны «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», “Кайын япрағы”, “Россиянмын”; «Үлмәҫбай», «Декабрь йыры», “Ҡара һыуҙар” “Европа Азия циклы” һәм башҡа шиғри әҫәрҙәре аша лирик-шағир итеп беләбеҙ.
Шулай итеп, башҡорт драматургияһында яҙыусы тәүгеләрҙән булып берҙәй идеяны берләштергән әҫәрҙәрен яҙа. Бының менән ул триптих тигән нимәгә нигеҙ һала. «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей !» тигән өс трагедия яҙып триптих барлыҡҡа килтерә. Трагедия борон-борондан драматургияның иң ауыр жанры булып иҫәпләнә. Ул жанр тормоштоң ҡатмарлыраҡ хәл-ваҡиғаларын үткер конфликттар, төрлө характерҙар аша драмалы һәм фажиғәле яҡтары менән асырға киңерәк мөмкинлектәр бирә.
“Ай тотолған төндә” трагедияһы М. Кәримдең бөтә илебеҙ театрҙарында иң күп куйылған һәм йөҙәр меңләгән тамашасыларҙың иғтибарын яулаған сәхнә әҫәренә әйләнде.
Был трагедияны илебеҙҙең күренекле бер генә театрыла үҙ сәхнәһендә ҡуймай ҡалманы буғай инде.
Уның уңышының нигеҙе- кешелекте ҡыҙыҡһындырған һәм ғүмер баҡый уйландырған рухи азатлыҡ идеяһының милли ерлектә үҙенә бер колорит һәм драматургик оҫталыҡ менән һүрәтләнеүендә.
Шағирҙың ҡыҙы Әлфиә ханым тамашаны асыу тантанаһында ошондай һүҙҙәр яңғыратты: “1919 йыл Мостай Кәрим һәм Башҡорт театры өсөн иң билдәле йыл, сөнки халыҡ шағирының һәм театрҙың бер йылда тыуыуы осраҡлы түгел. Оҙаҡ йылдар буйы Башҡорт драма театрының үҙ драматургы булды- ул Мостай Кәрим, ә уның яратҡан театры булып-М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры иҫәпләнде”.
Проекттың режиссеры -Фирғәт Ғарипов үҙенсәлекле проект тәҡдим итте. Театрлаштырылған тамаша-үҙенә күрә айырым бер спектакль булараҡ ҡабул ителде, бер концепцияға ҡоролған тамаша дөйөм стилен юғалтманы.
Театрҙың йәш актерҙары –Юлия Ғәләүетдинова, Лилиә Галина, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Руслан Ғайсаров, Айҙар Шәмсетдинов, Морат Рафиҡов тамашасылар менән йәнле һөйләшеү алып барҙы, пьесаларҙан өҙөктәр күрһәтте.
Бөгөнгө көнгә тиклем Мостай Кәрим пьесалары сәхнә түренән төшмәй, сөнки улар, ысынлап та, классик әҫәрҙәр!
Кисәне тамамлап СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова үҙенсәлекле эпилог башҡарҙы, был күренешкә тамашасыларҙың береһе лә битараф ҡалмағандыр.
Эйе, драматургтың барлыҡ пьесалары ла Башҡортостандың сәхнә күрке булып тора.
Тамашасыларҙың иң яратып ҡараған сәхнә әҫәрҙәре лә нәҡ М.Кәримдеке, сөнки улар халыҡсан рухта яҙылған.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө