«Тыуған илкәйемде данлайым» аудиокитабы донъя күрҙе

«Тыуған илкәйемде данлайым» аудиокитабы донъя күрҙе

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, күптән түгел Өфөлә «Тыуған илкәйемде данлайым» аудиокитабының исем туйы уҙҙы. Баҫманы «Юлдаш» радиоһының ижади коллективы әҙерләгән.

Аудиокитапҡа 100 шағир тауышы ингән. Баҫманың данаһы — 2000.

«Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар үҙ тарихын ҡәҙерләп һаҡлай, уның менән ғорурлана. Тарихи ҡиммәттәрен быуындан-быуынға тапшыра килә. Ошо ҡәҙерле хазинаның бер өлөшө беҙҙең аудиофондта һаҡлана. Яҙмалар архивын булдырыу, радио хеҙмәткәрҙәренең төрлө замандағы тапшырыуҙарын, әҫәрҙәрен бөртөкләп йыйылған алтындай туплай барыу һөҙөмтәһендә бөгөн беҙ уникаль яҙмаларҙы яңынан тыңлай, төрлө быуын шәхестәренең, әҙиптәр һәм сәнғәт әһелдәренең тауыштарын ишетә алабыҙ», — тип билдәләне «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева.

«Юлдаш» радиоһы республикабыҙҙың 100 йыллығы алдынан әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенсәлекле бүләк әҙерләне. Заманында радио студияһында үҙ әҫәрҙәрен уҡыған Рәшит Ниғмәти, Сәләх Кулибай, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Яҡуп Ҡолмой, Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев, Ғәзим Шафиҡов һәм башҡа бик күп әҙиптәрҙең әйтер һүҙен туплап «Тыуған илкәйемде данлайым» исемле аудиокитап сығарҙы. Шиғырҙар 1956 йылдан башлап 2018 йылға тиклем яҙылған. Йыйылыусылар Кәтибә Кинйәбулатованың һуңғы яҙмаларының береһен, Хәким Ғиләжевтың, Ғәзим Шафиҡовтың тауыштарын тыңланы.

«Тыуған илкәйемде данлайым» аудиокитабы Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтарының телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына сығарылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb