Хәйбулла районында «Тыуған яғыма — һөйөү йырҙарым» исемле шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре йыйынтығы донъя күрҙе. Унда Хәйбулла районындағы 70-тән ашыу авторҙың башҡорт һәм рус телдәрендәге шиғырҙары, хикәйәләре тупланған. Йыйынтыҡҡа йәш яҙыусыларҙың — уҡыусыларҙың әҫәрҙәре лә ингән.
Китапты яҙыусы һәм журналист Фәрзәнә Аҡбулатова төҙөгән. Йыйынтыҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Хәйбулла районы әҙәби йылъяҙмала» тигән мәҡәләһе менән асыла. Китаптың тиражы — 500 дана.
Әҙәбиәт йылын ябыу һәм Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһында йыйынтыҡтың исем туйы уҙҙы. Тантанала бөтә авторҙар ҙа тиерлек ҡатнашты.