10 ноябрҙә Нефтекама дәүләт филармонияһының «Түңгәүер» бейеү ансамбле яңы концерт программаһын тәҡдим итә, унда Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың, шулай уҡ туғандаш халыҡтарҙың бейеүҙәре ингән.
«Түңгәүер» ансамбле Нефтекама дәүләт филармонияһы ойошторолғандан алып эшләй һәм бөгөн үҙенең 25-се ижад миҙгелен ҡаршылай. Ансамблдең ойоштороусыһы һәм тәүге балетмейстеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рифҡәт Саттаров. Нәҡ ул оҙаҡ йылдар дауамында ансамблдең төп составын йыйған һәм бер төркөм балет артистарын тәрбиәләгән. Иң мөһиме, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә коллектив репертуарының нигеҙен тәшкил иткән байтаҡ бейеү сәхнәләштерергә өлгөрә.
Бөгөн коллективтың художество етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлнара Сәфәрова.
- Ансамбль филармонияның бөтә концерттарында ла ҡатнаша, «Пушкин картаһы» буйынса әүҙем эшләй, йыш ҡына башҡа ҡала һәм райондарға сыға. 30 октябрҙә Свердловск өлкә Халыҡ ижады һарайының ҙур концерт залында Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналған Төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. «Түңгәүерҙәр»ҙең бейеүҙәре тотош концерт программаһының нигеҙен тәшкил итте. Бик күп ыңғай фекер, юғары баһа ишеттек. 3 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған концерт программаһында ҡатнашыу өсөн Өфөгә барабыҙ, - тип һөйләне Гөлнара Сәфәрова.
Данлыҡлы коллективтың юбилей концертында тамашасылар шулай уҡ филармония солистары башҡарыуында йырҙар ишетәсәк һәм «Түңгәүер» бейеү ансамбле балалар студияһының сағыу сығышын ҡараясаҡ.
Электрон билетты филармония сайтында алырға мөмкин.
"Пушкин картаһы" ғәмәлдә.
Нурзиә Хәсәнова.