“Юлдаш” мәғлүмәт радиоһы хәбәр итеүенсә, Тәтешле районының Мәҙәниәт һарайы тулыһынса реконструкцияланған.
Хәҙер уның статусы ла үҙгәрҙе - "Биләмә-ара мәҙәниәт-ял үҙәге" тип атала. Үҙәктә мәҙәниәт йортонан тыш, балалар сәнғәт мәктәбе, айырым кейәү һәм кәләш бүлмәләре булған никахлашыу залы, архив бүлеге, тамашалар залы һәм башҡалар бар.
Реконструкция тулыһынса Республика ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарылған. Был эш байтаҡ ваҡыт талап итә - тулыһынса төҙөкләндереү, төкөтмә төҙөү 5 йыл бара.