Тәтешле районынында Ғәли Соҡоройҙо иҫкә алдылар

Тәтешле районынында Ғәли Соҡоройҙо иҫкә алдылар

Тәтешле районының Иҫке Соҡор ауылында Ғәли Соҡоройҙоң хәтер көнө үтте. 
Сараны ойоштороусылар - Ғәли Соҡоройҙоң мәсет-музейының имам-хатибы Бәхтигәрәй Арманшин. 
Сарала Өфөнән һәм Пермдән ғалимдар, район имамдары, Кейековтар ғаиләһенең вәкилдәре, ҡатнашты.

Ғәли Соҡорой (ысын исеме - Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков) 1828 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса –1826 йылда) Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. 
Ғәли Соҡорой үҙенең сығышы тураһында былай итеп яҙған: «Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Урман әрсеп, бесәнлек вә игенлек яһап, бар ваҡытымды һәм көсөмдө шул шөғөлдәргә сарыф ҡылдым. Мәсет һәм мәҙрәсә араһында хеҙмәт итеп ирәкте башҡортоноң иң ғәли миннәтле заты булып торамын». 
Ғәли Соҡоройҙың төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙылған 100-гә яҡын әҫәрҙәре һаҡланған. Шағирҙың унға яҡын китабы донъя күрә. Улар иҫәбендә түбәндәге шиғыр йыйынтыҡтары бар: «Дөрри Ғәли» («Ғәли гәүһәрҙәре»), «Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы»), «Зәмми нәзир» («Оҡшашты өҫтәү»), «Мәдхи Ҡазан» («Ҡазанға мәҙхиә»), «Тәх-рибә, рамаҙан!» («Хуш киләһең, рамаҙан айы!») һ. б. Шағирҙың «Фосули әрбаға» («Йылдың дүрт миҙгеле») шиғырҙар циклы XIX быуат башҡорт лирик шиғриәтенең иң яҡшы өлгөләренең береһе тип иҫәпләнә. 
Хәтер Тәтешле районының үҙәге Үрге Тәтешле ауылының бер урамы Ғәли Соҡорой исемен йөрөтә. 2001 йылда Ғәли Соҡоройҙоң тыуған ауылында мәғрифәтсе-шағирҙың йорт-музейы асыла. Музей фондындағы 230-ҙан ашыу һаҡлау берәмеге араһында Ғәли Соҡорой төҙөгән «Ирәкте ырыуы шәжәрәһе», шағирҙың бер нисә китабының күсермәләре бар. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb