Тәтешлелә «Күрҙем шишмәләре» шиғриәт фестивале ойошторолдо

Тәтешлелә «Күрҙем шишмәләре» шиғриәт фестивале ойошторолдо

Республиканың йөҙ йыллығына һәм Мостай Кәрим тыуыуға 100 йыл тулыуға арналған «Күрҙем шишмәләре» шиғриәт фестивалендә Балтас, Асҡын һәм Яңауыл райондарында йәшәүселәр ҡатнашты. Шулай уҡ Татарстан, Пермь крайы һәм Свердлов өлкәһе вәкилдәре лә фестивалгә саҡырылғайны. Сара танылған драматург, шағир Әнғәм Атнабаевтың тыуған ауылында ун икенсе тапҡыр ойошторолдо.

Конкурсанттар Мостай Кәрим менән Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.

Фестиваль сиктәрендә Әнғәм Атнабаев район премияһы лауреаттары билдәләнде. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларға билдәле драматургтың яңыртылған музейына сәйәхәт ойошторолдо.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb