Төрки халыҡтар тарихи тамырҙары нигеҙендә киләсәккә үҫеш юлдарын барланы

Төрки халыҡтар тарихи тамырҙары нигеҙендә киләсәккә үҫеш юлдарын барланы

Өфөлә "Рәсәй һәм Урта Азияның төрки халыҡтары. Туғандаш мәҙәниәттәр диалогы" тип аталған форум үтте. Уның эшендә Рәсәй төбәктәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан ғалимдары ҡатнашты.

Туғандаш мәҙәниәтле халыҡтарҙың киләсәге лә бергә булырға тейеш. Уртаҡ тарихи тамырҙарыбыҙ хәҙерге заман шарттарында ла именлек, халыҡ-ара хәүефһеҙлек мәсьәләрен уңышлы хәл итергә этәргес бирә,- тиелде фекер алышыу барышында.

"Төрки халыҡтарҙың уртаҡ тарихи тамырҙары, тел үҙенсәлектәре бар. Хатта йәшәү рәүешебеҙ ҙә уртаҡ. Был беҙгә бер-беребеҙгә яҡыныраҡ булырға, төрлө халыҡ-ара хәүефтәргә бергә ҡаршы торорға мөмкинлек бирә, - һөйләне Олжас Рәхмәтуллин, Л.Гумилев ис. Евразия милли университеты уҡытыусыһы / Ҡаҙағстан/.  

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb