Төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" VI Халыҡ-ара фестивале “Антигона” драмаһы менән асыла

Төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" VI Халыҡ-ара фестивале “Антигона” драмаһы менән асыла

Мәғлүм булыуынса бөгөн  Өфөлә Төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" VI Халыҡ-ара фестивале башлана. Тап бөгөн, 7 сентябрь көнө, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә француз драматургы  Жан Ануйҙын "Антигона" спектакле мәртәбәле фестивалде асасаҡ. Тамаша 19.00 башлана. Әҫәрҙе  сәхнәгә ҡуйыусы режиссер  Ғ. Камал исемендәге Татар академия театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев, тәржемәсеһе - Факил Мырҙаҡаев.

"Антигона" трагедияһы  беҙҙең быуатҡа тиклем 442-441 йылдарҙа боронғо грек дратургы Софокл тарафынан яҙылған, ә 1942 йылда  француз драматургы  Жан Ануй драма әҫәре булараҡ ижад итә.Спектаклгә бик күп актерҙар йәлеп тә ителмәгән, төп роль Креонды М.Ғафури исемендәге БДАДТ-ның художество етәксеһе, Станиславский исемендәге премия лауреаты, Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Олег Ханов башҡара, ә бәләкәй Антигона партияһын йәш актриса Лилиә Галина уйнаны. Исмена ролен шулай уҡ йэш актрисалар Гөлназ Хайсарова  һәм Гөлмирә Исмәғилева ихлас башҡарҙы.

Башҡортостандың халыҡ артистары Ильдар Сәйетов, Алмас Әмиров, Азамат Ғафаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Алһыу Галина-Ғафарова, Ильсур Байымов кеүек билдәле актерҙар уйнауы –мәртәбә генә өҫтәй. Шулай уҡ Айнур Ситдиҡов, Юнир Ҡуланбаев башҡарыуындағы ролдәр тамашасы күңеленә бик хуш килде.

Бөтә замандарҙа һәм бар ерҙәрҙәгесә, боронғо Грецияла ла кешеләр бөткөһөҙ шәхси мәшәҡәттәр һәм ил ғәме менән йәшәй. Тыуым, үлем, мөхәббәт, хыянат, һуғыштар... Бына Фива батшаһы Эдип донъя ҡуя. Уның ике улы, берәр йыл алмашлап ултырып, аталарының тәхетен һыуытмаҫҡа һүҙ бирешә. Тик, тәүге йылдың аҙағында уҡ өлкән ағай Этеокл ҡустыһы Полиникты тәхеткә яҡын ебәрмәҫкә тигән уй ҡора. Ағаһының мәкерле ниәтен белгәс, Полиник туған ҡалалары янына Фиваның ҡан дошманы булған ҙур ғәскәр килтерә. Дошман ҡыйратыла. Туғандар ҙа һәләк була. Артабан хакимлыҡты Этеокл менән Полиниктың атай яҡлап өлкән ағалары Креон үҙ ҡулына ала. Креон Этеоклды герой итеп ҙурлап, шартына килтереп ерләргә, ә хыянатсы Полиниктың кәүҙәһен сүплеккә, эттәргә ташларға, һәм, кем дә кем уның мәйетен күмергә маташа, шуға үлем язаһы, тигән бойороҡ бирә. Тап ошо урында башлана ла инде иң тетрәткес ваҡиғалар: Эдиптың ҡыҙы, бәләкәй генә ҡараҡай Антигона үлемесле аҙымға бара - ағаһын ерләргә була, сөнки туғанының күмелмәй ятыуы бөтә нәҫелдәре өсөн ҙур гонаһ икәнен белә. Һаҡсылар бер төн, Антигона хәленсә генә күмеп ҡуйған Полиниктың кәүҙәһен яңынан ҡаҙып сығара, ә ҡыйыу ҡыҙҙы тотоп Креон янына илтә...

Француз драматургы Жан Ануй Софоклдың боронғо пьесаһын яңыса яҙа. Ваҡыт та үҙгәрә, трагедияның асылы ла бөгөн бүтәнсә яңғырай, әммә "Антигона", иҫке менән яңының, тәжрибә, олпат зиһен менән йәш, яңы ынтылыштарҙың ҡотолғоһоҙ бәрелешенең мәңгелек символы булып ҡала.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb