Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән

Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән

Бөтә доъя башҡорттары ҡоролтайында хәбәр итеүҙәренсә, билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһының тәүге романы Төркиәлә баҫылып сыҡҡан һәм Евразия яҙыусылар берләшмәһе (Avrasya Yazarlar Birliği) тарафынан уҡыусыларға тәҡдим ителгән. Романдың тәржемәсеһе – филология фәндәре докторы Фатма Эртюрк.

– Зәйнәб Биишева – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары әҙәбиәтендә айырым урын биләүсе шәхес. Ҡеүәтле текст, ябай тел уның әҫәрҙәрен аңлайышлы итә. Зәйнәб ханымдың романдары башҡорт әҙәби теле өлгөләре исемлегенә ингән. Төрөк телендә нәшер ителгән «Кәмһетелгәндәр» романы – хеҙмәттәштәребеҙ менән «Яҡтыға» трилогияһын тәржемә итеүҙең беренсе этабы. Зәйнәб Биишева ХХ быуат башындағы ваҡиғалар хронологияһында башҡорт ауылының тормошон, төп герой Емеште һүрәтләп, йәмғиәттең, кешеләрҙең нисек үҙгәреүен, үҫешен сағылдыра алған, — тигән фекерҙә Фатма ханым.

Филология фәндәре докторы Фатма Эртюрк студент йылдарында башҡорт телен ҡыпсаҡ телдәре төркөмөндәге берәмек булараҡ өйрәнә. Магистратурала «Башҡорт телендә сифат ҡылым һәм уның функциялары» темаһы буйынса диплом яҡлаған. «Башҡорт һәм төрөк телдәре синтаксисын сағыштырма анализлау» темаһына докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләү өсөн Фатма ханым күпмелер ваҡыт Өфөлә йәшәгән. Әлеге ваҡытта Төркиә Республикаһының Нигде ҡалаһында Омер Хәлисдемир исемендәге университеттың Хәҙерге төрки телдәр бүлегендә башҡорт һәм татар телдәрен уҡыта.

Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb