Төркиәлә Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсында Фәрзәнә Аҡбулатова икенсе урын алды

Төркиәлә Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсында Фәрзәнә Аҡбулатова икенсе урын алды

Төркиәлә Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр. Сара Кастамону ҡалаһында үтте. Билдәле журналист һәм яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова ижади ярышта икенсе урын алды. 

- Бик шатмын. Бүләкләү тантанаһында "Төрксой" халыҡ-ара ойошмаһы вәкилдәре лә булды. Башҡортостан менән ҡыҙыҡһындылар. Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға булышлыҡ итер.  

Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова -башҡорт журналисы һәм шағиры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандыңжурналистар һәм яҙыусылар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә  Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуған.

Ғәлиәхмәт урта мәктәбендә белем ала. Артабан Өфөләге 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый. 1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә ҡайта. 1991 йылда Башҡортостан телерадиокомпанияһының «Ижад» берекмәһенә эшкә саҡырыла. Әлеге мәлдә «Юлдаш» радиоһында мөхәррир һәм «Сәхнәгә арналған ғүмер», «Әҙип һәм заман» һәм башҡа тапшырыуҙарҙы алып барыусы[2].

Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге», «Зәңгәр ҡаялар» исемле һәм башҡа китаптары донъя күрҙе. Тәүгеһендә хикәйәләр тупланған булһа, әҙиптең икенсе йыйынтығында «Ҡорбанлыҡ йәки ябай ғына алыш-биреш», «Тәгәрмәс ҡала йәки донъя кендеге» тигән фантастик повестары һәм яңы хикәйәләре урын алған. «Атай икмәге» китабы өсөн уға 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы бирелде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb