Тантаналы сараға килеүселәрҙе «Башҡортостан» киностудияһының производство бүлеге начальнигы Гѳлнур Мансур ҡыҙы Ильясова, ошо киностудияның мѳхәррире Дамир Ғабдулхаҡ улы Йосопов, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов ҡотланы. Владислав Геннадьевич Гѳлнур Мансур ҡыҙынан киномарафон эстафетаһын ҡабул итеп алды. Уға йыл символы - «хлопушка» тапшырылды (һүрәттә). Күрше Учалы районынан ҡабул ителгән эстафета Межгорье ҡалаһына юлланасаҡ. Киностудия вәкилдәре белореттарға «Башҡортостан» киностудияһының фильмдары һәм мультфильмдары яҙҙырылған дискылар ҙа бүләк итте.
Киномарафон барышында районда тѳшѳрѳлгән киноларҙан ѳҙѳктәр, клиптар күрһәтелде. Ҡала Мәҙәниәт һарайының артистары - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктор Коннов, Рәсәй Федерацияһы халыҡ ижадының атҡаҙанған коллективы, «Виват» ирҙәр халыҡ капеллаһы, республика конкурстары лауреаты Людмила Молоканова тѳрлѳ йылдарҙа тѳшѳрөлгән киноларҙан йырҙар йырланы.
Тамашасылар алдында һәләтле, уңышлы кинодокументалисыбыҙ Евгений Калугин сығыш яһаны. Ул Ирәмәл тауы башында «Азамат» халыҡ йырына тѳшѳрѳлгән видеоклибын тәҡдим итте. Клиптағы йырҙы районыбыҙҙағы популяр йырсыларҙың береһе - Динар Ғәниев башҡара.
Тамашасыларға шулай уҡ Айнур Асҡаровтың «Пилорама» ҡыҫҡа метражлы фильмы күрһәтелде. Был фильм бик күп кинофестивалдәрҙә ҡатнашҡан, ѳсѳнсѳ халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивалдә иң яҡшы сценарий булараҡ наградланған һәм шулай уҡ Ғилван Әмировтың призына лайыҡ булған. Ә бына районыбыҙҙың Собханғол ауылында Кинйәғол Сәлимгәрәев тураһында тѳшѳрѳлгән «Мѳрйәнән тѳтѳн сыға әле» фильмы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу ғына түгел, һоҡланыу ҙа уятты. Бѳгѳн был ауылды бер генә картала ла табып булмай. Фильм геройы инде 60 йыл япа-яңғыҙы ҡара урман тѳпкѳлѳндә ата-бабаларының нигеҙен һаҡлап ғүмер кисерә. Был фильм шулай уҡ «Кѳмѳш Аҡбуҙат» халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивалендә “Тѳп герой ѳсѳн” призына лайыҡ була, X Ҡазан халыҡ-ара мосолман, Мурманскиҙа үткән VII «Себер характеры» һәм Ирандағы VIII халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы кинофестивалдәрҙә ҡатнаша.
«Башҡортостан» киностудияһы бынан 26 йыл элек, 1990 йылдың 25 майында булдырыла. Ошо ваҡыт эсендә 90 фильм, киножурналдар ѳсѳн 90 сюжет, 25 аннимацион фильм тѳшѳрѳлә. «Металлург» кинотеатрында үткән Кино йылын тантаналы ябыу сараһына килеүселәргә режиссер Рим Шәрәфетдиновтың «Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән» мультфильмы күрһәтелде.
2016 йыл кино сәнғәте ѳлкәһендә иҫтәлекле йыл һанала, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр кино күрһәтә башлауға 120 йыл булһа, Союзмультфильмдың 80 йыллығы. Ошонан сығып ҡына ла бай тарихы булған кино сәнғәте артабан да юғары уңыштарға ирешер, ижади үҫеш кисерер тип ныҡлы әйтергә була.
Сығанаҡ: “Урал” гәзите, Эльза Мөхәмәҙиева