Учалы филармонияһының «Уралтау» балалар вокал-хореография студияһының өлкәндәр төркөмө 14-16 ноябрҙә Мәскәүҙә уҙған «Бөйөк Русь»-2022 Бөтә Рәсәй сәнғәт фестивалендә Гран-при яуланы.
Фестиваль халыҡ мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә йәшәгән халыҡтар араһында дуҫтарса һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, милләт-ара аралашыуҙы яйға һалыу маҡсатында ойошторолдо. Ойоштороусылары - Мәҙәниәт эшмәкәрҙәре федерацияһы, "ДЖАГЛ" ойошмаһы, «Рәсәй терәге» йәмәғәт ойошмаһы.
Учалы филармонияһының «Уралтау» йыр-бейеү студияһы донъя халыҡтарының бейеү мәҙәниәтен сағылдыра. Азат һәм Фәнилә Буранбаевтар етәкселегендә төрлө йәштәге балалар дүрт төркөмдә шөғөлләнә. Фестивалдә коллектив тамашасыларҙың һәм жюри вәкилдәренең йөрәген яулаған «Беҙҙең байрам» тигән дәртле бейеүҙе башҡарҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрҙә «Уралтау» Силәбелә «Олимпия кубогы-2022» ижади коллективтар конкурсында Гран-при яуланы, был еңеү уларға Мәскәүҙә «Бөйөк Русь» бөтә Рәсәй сәнғәт фестивалендә сығыш яһарға мөмкинлек бирҙе.
«Уралтау» студияһын еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы ижади уңыштар теләйбеҙ!