Учалы районында композитор Салауат Низаметдиновты иҫкә алалар

Учалы районында композитор Салауат Низаметдиновты иҫкә алалар

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың исемен йөрөткән Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында композиторҙың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған саралар үтә.

2022 йылдың 3 мартында, Салауат Низаметдиновтың тыуған көнөндә, хәтер кисәһе уҙҙы. «Музыка теорияһы» бүлеге уҡытыусыһы Елена Крайнова композиторҙың тормошо һәм ижады хаҡында һөйләне, музыкаль мираҫы менән таныштырҙы.

Колледж коллективтары һәм яңғыҙ башҡарыусылар авторҙың әҫәрҙәрен башҡарҙы. Дөйөм белем биреү дисциплиналары бүлеге уҡытыусыһы Людмила Малышкина С. Низаметдинов музейында экскурсиялар үткәрҙе. Студенттар һәм ҡунаҡтар уның шәхси әйберҙәрен, документтарын ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Салауат Низаметдинов исемендәге III республика йәш йырсылар конкурсы бара. Конкурсанттарҙы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессорҙары Фәрзәнә Сәғитова, Нелла Әхмәтйәнова һәм Йәмил Әбделмәнов, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина баһалай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb