Учалы районында уҙған "Мәргән уҡсы" республика фестивале меңәрләгән кешене берләштереп, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Ғәҙелша ауылы эргәһендәге Баҡшай яланында уҡсылар мәргәнлектә көс һынашты, этнотөркөмдәр, милли кейем тегеүселәр араһында конкурстар ойошторолдо.
Фестиваль башҡорт ырыуҙары йыйынын хәтерләтте. Урал йылғаһы буйы йыр-моэға күмелде. Сара республика район-ҡалаларынан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе бер майҙанға тупланы. Улар араһында шулай уҡ Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия вәкилдәре лә бар. Уҡсыларҙың иң йәшенә 16 йәш булһа, ә иң өлкән ҡатнашыусы Зәйет Шакиров күптән түгел 87-ен тултырған. Башҡорт халҡының данын арттырыусы Бәндәбикә, көрәштә бил бирмәгән Маянһылыу, тормош иптәше менән француздарға ҡаршы яуға сапҡан Аҫылбикә ише аҫыл гүзәл заттар кеүек "Мәргән уҡсы"нан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы. Улар фестивалдең талабы буйынса милли кейемдәрҙә сығыш яһаны. Әйткәндәй, сарала шулай уҡ республиканың мәҙәнит министры Әминә Шафиҡова менән Федерация Советы комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ла саялығын һынап ҡараны. Бәйгенең үҙенсәлеге һыбайлы килеш уҡтан атыу ине. Тәүге тапҡыр тамашасы иғтибарына сығарылған ярыш сәмлелеге менән алдырҙы. Уҡтан атыу буйынса ойошторолған фестиваль-турнир еңеүселәренән Башҡортостандың айырым бер йыйылма командаһы туплана. Был донъя кимәлендә уҙғарылған халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа ҡатнашыу хоҡуғы тигән һүҙ. Әммә бәйге ҡуйған төп бурыс тарихи үткәндәргә әйләнеп ҡайтыу. Риүәйәттәрҙә һөйләнгән башҡорт уҡсыларының маһирлығын киләһе быуындарға тапшырыу.
Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/evropa-men-n-aziya-sigend-u-sylar-yaryshty/