Үткән аҙна етеҙ-өлгөрҙәр, мәргән-маһирҙар Ҡарас сәсән исемендәге йәйәнән уҡ атыу бәйгеһендә ҡатнашты.
18 март көнө Учалы районының Науруз ауылында йәйәнән уҡ атыу буйынса район турниры үтте.
Бәйге - сәсән һәм батыр (XVIII быуаттың урталарында йәшәгән, хәҙерге Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған, сығышы менән Тиләү ырыуынан) Ҡарас сәсән призына ойошторолдо.
Бәйгеселәр башҡорт, төрөк, венгр, ҡырым-татар, инглиз-лонгбоу, корей, монгол, манжур, япон – юми, сармат, скиф, боронғо рус уҡтарынан атты.
Турнирҙа республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан 42 ир-егет һәм 11 ҡатын-ҡыҙ көс һынашты.
1-се урынды Учалы уҙаманы Руслан Әхмәҙиев яуланы, еңеүселәргә дипломдар, бүләктәр тапшырылды.