“Башинформ” мәғлүмәт агентлыығы хәбәр итеүенсә, 13-16 июлдә Учалы районының Ғәҙелша ауылы эргәһендә уҡтан атыу буйынса «Мәргән уҡсы» халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Ойоштороусылар бер нисә шәп сара вәғәҙәләй — уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара һәм республика турнирҙары, атта сабып барған килеш уҡтан атыу турниры һәм «Ай, Уралым» этнофестивале.
Ярыштарға Башҡортостан, Мәскәү, Силәбе, Омск, Ырымбур өлкәләренән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Беларусь Республикаһынан иң яҡшы уҡсылар килә.
Фестиваль боронғо Бағышай ҡаласағы урынлашҡан урында этник стилдә уҙғарыла. Ҡатнашыусыларҙың һәммәһе лә төрлө дәүерҙәрҙең һәм халыҡтарҙың яугирҙәрен кәүҙәләндерәсәк.
Төп этаптарҙан тыш, уҡтан атыу һәм һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, туристик маршруттар, һөнәрселәр йәрминкәһен ойоштороу ҡаралған. Бай көндөҙгө программаларҙан һуң сағыу киске шоу һәм концерт көтә.
Уҡсылар турниры менән бер үк ваҡытта күрше майҙансыҡта «Ай, Уралым» этнофестивале үтә, уның барышында этноколлективтар, костюм тегеүселәр конкурстары була.
Фестиваль республикала ваҡиғалар туризмын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.