Учалы районының Ҡунаҡбай мәҙәниәт йортонда «Һөт байрамы» үтте

Учалы районының Ҡунаҡбай мәҙәниәт йортонда «Һөт байрамы» үтте

Күптән түгел Учалы район ағинәйҙәр ҡоро Ҡунаҡбай мәҙәниәт йортонда «Һөт байрамы» үткәрҙе.

Йөкмәтке һәм киң масштаб буйынса республика фестивалдәренә тиң сараға «Көҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡашыҡ» тигән исем биргәндәр. Эйе, яҙғы ҡатыҡ ҡоро бесән көйшәгән һыйырҙың шыйыҡ һөтөнән яһалһа, көҙгө ҡатыҡ йәшел туғайҙарҙың һуттарын, тәбиғәттең бар сихәтен үҙенә ала бит.

Байрам сараһында Әбйәлил, Белорет райондарынан да ҡатнашыусылар ҙа булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың «Ағинәй» ҡоро рәйесе, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева ҡунаҡ булып саҡырылғайны.
- Бөтә райондарыбыҙҙа тиерлек ағинәйҙәр ҡорҙары эшләй. Милли мәҙәниәтте, халыҡ йолаларын, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, йәш быуынды тәрбиәләү буйынса баһалап бөткәһөҙ мөһим эш башҡарыла, - тип билдәләне ул.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb