Учалыла традицион яндан уҡ атыу буйынса район һәм ҡала мәргәндәре өсөн ярыш үтте

Учалыла традицион яндан уҡ атыу буйынса район һәм ҡала мәргәндәре өсөн ярыш үтте

Күптән түгел Учалы ҡалаһының ижад һарайында Башҡортостан автономияһы иғлан ителеүгә һәм Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә 100 йыл тулыу айҡанлы, традицион яндан уҡ атыу буйынса район һәм ҡала мәргәндәре өсөн ярыш үтте.

Сараны ойоштороусылар: Учалы районының мәҙәниәт бүлеге, Учалы ҡалаһының ижад һарайы, Учалы ҡалаһы һәм районы мөхтәсибәте.

Ярыштың өс этабында барлығы 60 уҡсы ҡатнашты, улар араһында иң оло мәргән Зәйет Шакировҡа 87 йәш булһа, иң кесеһе - Бәхтийәр Исхаковҡа 4 кенә йәш ине. Еңеүселәр 8 йәшкә тиклем, 12 йәшкә тиклем малайҙар һәм ҡыҙҙар, 16 йәшкә тиклем малайҙар һәм ҡыҙҙар һәм 16 йәштән өлкән ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар номинацияларында диплом һәм аҡсалата приз менән бүләкләнделәр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb