3-15 сентябрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында «Халыҡтар дуҫлығы» тип аталған Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәттәр фестивале үтте.Учалы ҡалаһының данлыҡлы «Ләйсән» ансамбле лә бөтә Башҡортостанды вәкилләп ҡатнашты.
Ҡатнашыу ғына түгел, тантананы асыу хөрмәте тап беҙҙең яҡташтарға күрһә-телә: беренсе булып сығыш яһап, «Беҙҙең байрам», «Зарифа», «Ҡороҡсолар»ҙы башҡарҙылар.
Фестивалдә ҡатнашыусылар милли кейемдәрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһының Минин һәм Пожарский майҙанына парадҡа теҙелеп үттеләр, сара сиктәрендә милли кухня, милли кәсептәр буйынса күргәҙмә-йәрминкәләр ҙә ойошторолғайны.