1 июндә "Уфтанма" башҡорт ижадханаһы Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын асыҡ һауала “Нух кәмәһе” спектаклен ҡарарға саҡыра. Сара Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнала.
Спектаклде Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡуя. Улар Антарктидала йәшәгән өс пингвиндың тормошо һәм мажаралары хаҡында бәйән итәсәк.
Тамаша "Арт-квадрат" ҡала үҙәгенең (Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 88) “Сквер” майҙансығында уҙа.
Спектакль киске сәғәт 6-ла башлана.
Инеү ирекле.
“Уфтанма” ижадханаһы балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе тамашала көтөп ҡала һәм ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү үтеүҙе һорай: https://forms.gle/C9ZSVSTbEitdqXXUA .