«Уйна, гармун» байрамы алдынан флешмоб иғлан ителде

«Уйна, гармун» байрамы алдынан флешмоб иғлан ителде

Башҡортостан Республикаһы татарҙары милли-мәҙәни автономияһы «Уйна, гармун» байрамында ҡатнашырга саҡыра. Байрам 2020 йылдың сентябрендә Октябрьский ҡалаһында үтәсәк. Проект Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Гармун байрамы Октябрьский ҡалаһының Төркмән микрорайоны буйлап костюмлаштырылған тамаша менән асыласаҡ. Төп саралар ҡаланың мёҙәниәт һәм ял паркында була. Байрам профессионал һәм һәүәҫкәр артистар ҡатнашлығындағы ҙур концерт менән тамамланасаҡ. Проект сиктәрендә шулай уҡ милли музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәткән оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Әлеге байрам алдынан Интернет селтәрендә флешмоб иғлан ителә. Ҡатнашыр өсөн милли уйын ҡоралында әҫәр башҡарып фото йәки видеояҙма төшерөргә һәм уны cоциаль селтәрҙәрҙә түбәндәге хэштегтар менән урынлаштырырға кәрәк: #играйгармонь #уйнагармун #ягармонист #мингармунчы #народныйинструмент #миллиуенкоралы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb