“Уйна, гармун!” республика байрамы 200 гә яҡын гармунсыны йыйҙы

“Уйна, гармун!” республика байрамы 200 гә яҡын гармунсыны йыйҙы

Кисә Салауат Юлаев майҙанында –  “Уйна, гармун!” Беренсе республика байрамы уҙҙы. Күркәм байрам балалар тарафынан оригами техникаһы менән эшләнгән ҡағыҙ  гармундарҙы һауа шарҙарына бәйләп асыҡ күккә осороу менән башланды.

Байрамға республикала йәшәүсе барлыҡ гармунсылар йыйылғайны, барлығы 200-гә яҡын талант эйәләре халыҡты дәртләндереп кенә ҡалманы, тәжрибә һәм оҫталыҡ менән уртаҡлашты.

Байрам концертында “Гармун байрамы-2017” бәйгеһендә Гран-при исеменә лайыҡ булыусы Надежда Володина, Рәис Ҡаҙраев, “Гармун байрамы-2014” конкурсында шулай уҡ Гран-при алыусы Нәғим Бабичев, Яңауыл районының талъян халыҡ ансамбле, Бөтә Рәсәй “Уйна, гармун!” телевизион проектынында ҡатнашыусы Хәйҙәр Яҡшыбаев һәм башҡалар ҡатнашты.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb