Уйнат гармундарыңды ла, һайрат былбылдарыңды…

Уйнат гармундарыңды ла, һайрат былбылдарыңды…
Күптән түгел Әбйәлил районының Асҡар Мәҙәниәт йортонда икенсе тапҡыр «Уйна, гармун!» асыҡ район конкурсы үтте. Конкурс виртуоз гармунсы, ҡурайсы Азат Атанғолов призына уҙғарыла. Районда беренсе гармунсы исемен йөрөткән Үтәгән егете халыҡ-ара, республика бәйгеләре лауреаты, быға өҫтәп Геннадий Заволокин исеменә уҙғарылған гармунсылар фестивале еңеүсеһе булараҡ быйыл Рәсәйҙең «Иң оҫта 10 гармунсыһы» алтын исемлегендә лә билдәләнде.

Ағымдағы конкурстың шарттары элеккеһенән айырылманы: бәйгене ике йәш категорияһында — 17 йәшкә тиклем һәм 17 йәштән өлкәндәр араһында һәм ике номинацияла — яңғыҙ башҡарыусылар һәм ансамблдәр араһында үткәреү күҙалланды. Бәйгеселәр төрлө характерҙағы ике көй уйнарға тейеш ине. Тәғәйен көндә, таш яуһа ла тигәндәй, ҡар яуып, юлдар боҙлауыҡлап торһа ла, гармун ене ҡағылған ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар һәм хатта балалар район мәҙәниәт һарайына килеп етте. Бик күп кеше килде тип маҡтанып булмай. Хәйер, булғанына шөкөр. Хәҙерге заманда гармунсыларға дефицит икәне барыбыҙға ла мәғлүм. Гармунсы бар ҙа, гармуны юҡ тигән заман проблемаһы ла бәкәлгә һуға. Элек ауыл магазиндарында тулып ултырған, үс ҡанғансы, күреген йыртҡансы уйнағанда ла йәл булмаған гармундар хәҙер юҡҡа сыҡты тип әйтеп булмай ҙа, тик хаҡы, кем әйтмешләй, ат хаҡынан былайыраҡ… Ошондай дәүерҙә гармунсылар бәйгеһен ойоштороу гармунсы данын кире ҡайтарыр, өҙөлгән быуын сылбырын ялғап китер әһәмиәткә эйә. Шуға бәйгегә ҡатнашырға тип төбәп килеүселәр өс тиҫтәгә лә тулмаған икән, ул ниндәй бәйге булһын, тип ауыҙ ҡыйшайтмаҫҡа, ә бына күпме гармунсы сәхнәгә сығырға йөрьәт иткән, тип һоҡланырға кәрәк. Конкурста үҙебеҙҙең гармун оҫталарынан тыш, Күмертау, Сибай ҡалаларынан, Баймаҡ, Дыуан райондарынан ҡатнашыу-ҙары уның мәртәбәһе хаҡында һөйләй.

Бәйгеселәрҙең сығышын абруйлы жюри: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары — З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Фирҙүс Шәрәфуллин, Өфө сәнғәт училищеһының Рәсәй халыҡтары милли инструменттары бүлеге мөдире Салауат Кирәев һәм конкурсты башлап йөрөүсе, Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Азат Атанғолов үҙе баһаланы.

Гармун телдәрен барлап етеҙ йүгергән бармаҡтарға күҙ эйәрмәй. Ә моң гармундың үҙенән генә түгел, ә гармунсының күңеленән дә түгелә кеүек. Һәм, ысынлап та, бәғзе бәйгеселәр гармунға ҡушылып йырламайынса түҙә алманы. Тыңлауы үҙе бер кинәнес инде. Әҫәрләндерер, йөрәк елкендерер, хисләндерер көскә эйә күңел танһыҡлаған гармун моңо! Сәхнәнән ниндәй генә көйҙәр ағылманы. Дәртле бейеү көйҙәре, һағышлы йырҙар, халыҡ, ауыл көйҙәренә теҙмәләр… Гүзәл заттарҙың гармун моңо тәрән хисле булыуы менән айырылһа, ир-егеттәрҙең уйнау стилендә көс-ғәйрәт, ярһыулыҡ ноталары яңғыраны. Яңғыҙ башҡарыусылар өҫтөнлөк итте. Зөһрә Ниғмәтуллина һәм Айһылыу Бүләкбаева, Сәүиә Дәүләтбаева һәм Гөлсиә Мөхөтдинова дуэт менән сығыш яһаны. Аһылай ауылынан гармунсылар һәм баянсылар ансамбле (етәксеһе Илһам Ғәйнуллин) бәйгенең биҙәге булды. Тик уларға дәғүәсе булырҙай башҡа ауыл ансамблдәре тупланмауы йәл.
Еңеүсе-лауреаттар, номинацияларҙа билдәләнеүселәр гала-концертта иғлан ителде. Гран-приға Күмертау ҡалаһынан Фаил Кәримов лайыҡ булды. Дыуандан Ринат Бишев – беренсе, Сибайҙан Санъяр Мәүлетҡолов, Амангилденән Айһылыу Бүләкбаева – икенсе, Ҡаҙмаштан Зөһрә Ниғмәтуллина, Тал Ҡусҡарынан Гөлсиә Мөхөтдинова, Мәхмүттән Рәшит Ғүмәров һәм дуэт менән сығыш яһаусы Тал Ҡусҡарынан Сәүиә Дәүләтбаева менән Гөлсиә Мөхөтдинова өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ҡужандан Тәлғәт Кәримов «Гармунда уйнап автор йырын башҡарыу оҫталығы», Әбйәлилдән Сәлим Дәминдаров «Халыҡсан итеп башҡарыу традицияларын һаҡлаусы», Ҡырҙастан Ринат Нөғәмәнов «Оҙон халыҡ йырын үҙенсәлекле трактовкалаусы», Сиҙәмдән Ләйлә Ғүмәрова «Ретро йырҙарҙы үҙенсәлекле трактовкалаусы», Аһылайҙан Хәлим Ғайсин «Гармун оҙатыуында эстрада йырын иң яҡшы башҡарыусы» номинацияларында билдәләнде. Үҙ-үҙеңде еңеп, бәйгегә сығырға йөрьәт итеү ҙә еңеүгә тиң — ҡалған бәйгеселәр барыһы ла ҡатнашыусы дипломына лайыҡ булды.

Алдан әйтеүемсә, конкурс ике йәш категорияһында баһаланды. 17 йәшкә тиклемгеләр араһында 8-13 йәшлек өс-дүрт малай ҡатнашты. Былтырғы бәйгелә икенсе урын алып дәртләнеп ҡайтҡан Амангилденән Арсель Ғаб-драхмановҡа беренсе урын бирелде. Икенсе-өсөнсө урынға Илһам Бүләков (Баймаҡ районы) һәм Ғәбдинур Баймырҙин (Амангилде) лайыҡ булды. Бәйгенең иң йәш ҡатнашыусыһы Асҡарҙан Айназ Дәүләтовҡа диплом тапшырылды. Улар барыһы ла Азат Ханнан улының уҡыусылары. Оҫта ҡулы аҫтында гармун серҙәренә өйрәнгән был малайҙар киләсәктә остаздары кеүек билдәле гармунсы йәки музыка мәктәбе уҡытыусыһы булып китмәҫтәр тимә. Сөнки хәҙерҙән үк гармунға мөнәсәбәттәре етди, шуға күрә ата-әсәләре уларға гармун һатып алып бирергә аҡсаларын йәлләмәне. Конкурс положениеһына ярашлы, сараға музыка ҡоралдарын яһау, реставрациялау оҫталары саҡырылды. Сибайҙан иҫке гармундарға «йән өрөүсе» Санъяр Мәүлетҡолов бәйгелә ҡатнашыуҙан тыш, гармун баҙарын ойоштороп ебәрҙе.

Бәйге булараҡ башланғыс алып, көн дауамында оло байрамға әүерелгән сараны заманса тел менән нарыҡлағанда флешмоб йомғаҡланы. Бәйгеселәр, жюри ағзалары — һәммәһе бергә башҡорт көйҙәренә теҙмә башҡарғандан һуң, «Моңдар ҡайтһын ауылға» йыры менән бик матур тамамлап ҡуйҙылар. Ә беҙ, тамашасылар, гармунға ғашиҡ йәндәр, йырҙа ғына түгел, ысын мәғәнәһендә моң даръяһында ҡойондоҡ, аулаҡ өйлө һәм гармунлы осорға ҡайтып ураныҡ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb