Рәсәй Президенты Указы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде

Рәсәй Президенты Указы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде

30 март –  тарихи көн. Рәсәй Президенты Указы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Уның тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙә хәбәр итте.

«Рәсәй Президенты тарихи хәҡиҡәтте тормошҡа ашырған көн. Мин был хаҡта бик хыялландым. Һуғыш тамамланғандан һуң төрлө инстанцияларға ошо үтенес менән мөрәжәғәт иткән бик күптәр кеүек үк. 1958 йылда был тәҡдимде Семён Буденный үҙе яҙа. Йыл артынан йыл үткән һайын, хат артынан хат тейешле структураларға барған, әммә бөтә мөрәжәғәттәр ҙә ҡаты нормативтарға юлығыу сәбәпле, уларҙы үтәп булмаған, – ти Радий Хәбиров. –  Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡтан легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов хаҡында беләбеҙ. Уның биографияһы иҫ китмәле. Бер киносценарист та бындай ғүмер юлын яҙа алмаҫ ине – хәрби, мажаралы һәм, бер үк ваҡытта, шул тиклем фажиғәле. Генерал Шайморатов дивизияһындағы һымаҡ Советтар Союзы Геройҙары һаны бөтә СССР армияһының ике хәрби подразделениеһында ғына булған. Был һыбайлылар дошмандың ҡотон алған. Дивизия байрағын ҡотҡарыусылар төркөмө менән бергә сигенһә, Шайморатов иҫән ҡалыр ине. Ләкин ул һуңғы алышты ҡабул итеүҙе һәм күҙгә күренеп килгән әжәлде үҙенең төп көстәре менән ҡаршы алыуҙы өҫтөн күрә... Оҙаҡ йылдар уның ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланманы, сөнки үлеменең шарттары билдәле түгел ине, ә регламент буйынса – барыһы ла асыҡланырға тейеш. Һәм бына хәҙер Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәгән бер нисә быуындың ынтылыштарын хупланы. Һәм бик һирәк була торған иҫкәрмә ҡарар ҡабул итте. Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде».

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/ukazom-vladimira-putina-minigali-shajmuratovu-posmertno-prisvoeno-zvanie-geroya-rossii 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb