11 ғинуарҙа Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов арабыҙҙан китте. Башҡорт халҡының бөйөк улы бар ғүмерен тыуған республикаһына һәм Рәсәйенә хеҙмәт итеүгә арнаны, илһөйәрлек өлгөһө булды.
Мортаза Рәхимов 20 йыл Башҡортостанға етәкселек итте. 1990-1993 йылдарҙа - Башҡорт АССР-ның Юғары Советы рәйесе, 1993 йылда республиканың беренсе президенты итеп һайлана.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостан тарихы биттәрендә һәм уның халҡы йөрәгендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы. Мәҙәниәт вәкилдәренең республиканың беренсе президенты хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашабыҙ.
Данир Ғәйнуллин, Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры:
– Башҡортостандың аҡһаҡалы Мортаза Рәхимов арабыҙҙан китте. Республиканың беренсе президенты тотош дәүерҙе билдәләгән кеше булды. Исемен Башҡортостан тарихында ташҡа яҙып ҡалдырған шәхес. Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән студент йылдарында таныштым. Билдәле тарихи ваҡиғалар дәүерендә тәжрибәле, хөрмәтле кеше беҙҙе өлгөрмәгән йәштәр тип ҡабул итмәне, ә матур итеп һөйләште, үҙ ҡарашын аңлатты. Беҙҙе тиң күреп һөйләшеүе, кеселеклелеге иҫтә ҡалған. Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры булып эшләгән осорҙан шул хәтерҙә ҡалған: Аҡһаҡал башҡорт халыҡ йырҙарын, халыҡ ижадын яратты. Ауылдарға иғтибар бүлеүе, социаль инфраструктураны үҫтереүгә ынтылышы ла иҫтә ҡалды. Шундай шәхес менән таныш булыуым һәм уның менән бәйле бик күп матур ваҡиғаларҙың шаһиты булыуым өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.
Зәки Әлибаев, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай депутаты:
– Мортаза Ғөбәйҙулла улы үҙенең тыуған иленә һөйөүе менән айырылып тора. Тыуған ерен яратмаған кеше был тиклем изгелек ҡыла алмаҫ ине. Ул етәкселек иткән осорҙа мәктәптәр, уҡыу йорттары, социаль объекттар, юлдар төҙөлдө. Республиканың һәр төбәгендә ул төҙөгән объекттар бик күп. Ул ололарҙы ла, йәштәрҙе лә ихтирам итте. Кисәнән бирле социаль селтәрҙәрҙә бик күптәр Мортаза Ғөбәйҙулла улы тураһында хәтирәләр яҙа, тимәк, уның хәтере мәңге йәшәйәсәк.
Шулай уҡ ул ижади кешеләргә ҙур иғтибар менән ҡараны. Мәҫәлән, БР халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваға исем бирелгәс, ул уны үҙе шәхсән ҡотлағайны.
Фирҙәт Ғәбиҙуллин, Өфө «Нур» татар дәүләт театры директоры:
– Беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улына театрыбыҙҙы ойошторорға, яңы бина төҙөргә ярҙам иткәне өсөн бик рәхмәтле. Бөгөн Өфө «Нур» татар дәүләт театры – республиканың иң матур театрҙарының береһе. Ул бик кешелекле булды. Ул республиканың бөтә халыҡтарына тәрән ихтирам менән ҡараны, республиканы күтәрҙе, ауыр ваҡытта уны һаҡлап ҡала алды. Беҙ уны бик хөрмәт итәбеҙ һәм Мортаза Ғөбәйҙулла улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Алһыу Шәфиғуллина, БР халыҡ артисткаһы, Ф.Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны:
– Республикабыҙ бөйөк кешене, үҙ халҡының улын юғалтты, тип иҫәпләйем. Ул бөтә ғүмерен республикабыҙға, үҙ халҡына арнаны. Мин сәнғәт кешеһе булараҡ, уның мәҙәниәтте нисек яратыуын, уға битараф булмауын беләм, ул барыбыҙҙы ла яҡшы белә һәм беҙҙең мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер ине. Мортаза Рәхимов республика менән етәкселек иткән ваҡытта йәшәгәнем һәм эшләгәнем өсөн һөйөнәм һәм үҙемде бәхетле кеше тип иҫәпләйем. Уның дәүерендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбле “Академик” исемен алды, республикабыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәренең береһе булараҡ танылды.
Беҙҙең сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре донъя сәхнәһен яуланы һәм иң юғары кимәлдә булды. Уның идараһы аҫтында бер артист та төбәктән китмәне, барыһы ла тыуған яғында ҡалды, барыһы ла ҡиммәтле һәм кәрәкле ине. Мортаза Ғөбәйҙулла улы кешеләргә ихлас ҡараны, бөтөн республика халҡы өсөн атай булған кеүек булды. Тәү ҡарашҡа, беҙ уның ҡанаты аҫтында булғанбыҙ кеүек. Миңә уның менән бергә самолетта осорға тура килде. Уның, Өфөгә осоп килгәндә, иллюминаторға һөйәлеүен һәм, күктә осоп барған бөркөттәй, тыуған ергә һөйөп ҡарағанын бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Бөтәһе лә тәртиптәме, һәйбәтме тип хәстәрлек менән күҙәткән кеүек булды.
Уның дәүләт наградаларын тапшырғанын бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Ул һәр кемдең исемен генә түгел, ғаиләһен дә белде, нимә өсөн алғанын да белде. Һәм залдағыларға һәр бер бүләкләнеүсе тураһында матур итеп һөйләй ине.
Ундай етәкселәр тағы булырмы, белмәйем. Ул – бөйөк етәксе, лидер. Беҙгә ул һәр ваҡыт етмәйәсәк, һәм ул беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ.
Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү Өфөлә 13 ғинуарҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә. Иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем барлыҡ теләүселәр ҙә республиканың беренсе Президенты менән хушлаша ала. Сәғәт 12-лә матәм митингыһы башлана.
Сараның трансляцияһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, шулай уҡ иртәнге сәғәт 11-ҙән «Башҡортостан 24» һәм «Бөтә Өфө» телеканалдарында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин. Мортаза Рәхимов Мосолмандар зыяратында ерләнә.