20 февралдә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ҙур сәхнәһендә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреатыЗаһир Вәлитовтың 75 йәшлек юбилейы уңайынан ижад байрамы үткәрелә. Ҡотлауҙарҙан һуң артист ҡатнашлығында театрҙың сағыу комедияһы «Бер мәл санаторийҙа...» спектакле күрһәтелә. - Актер булараҡ мин бәхетле кеше: театрға килгән осором башҡорт драматургияһы сәскә атҡан осорға тура килде. Назар Нәжми, Рафаэль Сафин... Мостай Кәримдең һәр бер пьесаһында уйнаным. Һәр замандың үҙ талабы. Шул осорҙа актуаль булған проблемаларҙы асыҡтан-асыҡ ярып һалған пьесалар, производство пьесалары сәхнәләштерелде. Уларҙа бик күп ролдәрем булды. Чехов, Островский кеүек классик драматургтар әҫәрҙәрендә лә уйнаным. Һәр бер актерҙың хыялы булған Шекспирҙы ғына уйнарға тура килмәне. Шуныһы әҙерәк ҡыҙғаныс, - тип иҫкә төшөрә Заһир Вәлитов. Театр белгестәре араһында эҙләнеүсе, уйланыусы, хатта “актер-эстет” тип танылған Заһир Вәлитов һәр бер геройының характерын, күңел торошон, эске донъяһын аҫтын-өҫкә килтереп, энәһенән ебенә тиклем һәр бер ҡылығын һәм уға этәреүсе мотивтарҙы ентекләп тикшереп, тамашасы алдына драматургтың китап биттәренән атлап сыҡҡан тере кешене баҫтыра. Улар сәхнәлә ҡайнап йәшәй. Тамашасы алҡыштары, тамашасы һөйөүе быға теүәл дәлилдер. Ғүмерҙең ап-аҡ тәүге ҡар яуған миҙгелдәренә килеп туҡталған саҡта, артҡа, үткән юлға ҡарап, эшләнгән эштәргә бәләкәй генә йомғаҡ, киләсәккә хыял-маҡсаттарҙы билдәләйһең. “Үкенмәйем, бәхетлемен” - Заһир Вәлитовтың тормош юлы ла ошо ике һүҙ менән бәйлелер. Үҙе һайлап алған яҙмышты матур итеп, лайыҡлы үтеү ҙә үҙе оло бәхеттер.
Автор: Регина Маҡаева