Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
УНЫ СЕЛТӘР ҘӘ, ҺАҠАЛ ДА, АЛМИҘЕҮ ҘӘ, ХӘСИТӘ ЛӘ ТИҘӘР...
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 06 октябрь 2016
УНЫ СЕЛТӘР ҘӘ, ҺАҠАЛ ДА, АЛМИҘЕҮ ҘӘ, ХӘСИТӘ ЛӘ ТИҘӘР...
Быйылғы йыл башында Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы "Сәсәндәр үҙәге", Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Сибай "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы инициативаһы менән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Селтәр" (һаҡал, алмиҙеү, хәситә, түшелдерек) традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһе иғлан ителгәйне. Ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, ноябрҙең 20-нә тиклем бәйгелә ҡатнашыусылар ғаризаларын һәм фото-, видеоматериалдарын "Селтәр" тигән билдә менән ошо адрес буйынса ебәрергә тейеш: 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге; 8-(347) 289-62-00 (тел.- факс), 289-65-50, e-mail:
Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.
. Яуаплы: Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина.
Фото һәм видеоматериалдарҙы шулай уҡ бәйгенең мәғлүмәти бағыусыһы -"Бәйләнештә" социаль селтәренең "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" һәм "Селтәр", "Ағинәй" төркөмдәренә һалырға мөмкин. Ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ шарт: селтәрҙәр автор эше булырға тейеш. Һуңғы ике йылда эшләнгән эштәр ҡабул ителә.
Бәйгенең икенсе этабы Өфө ҡалаһында 26 ноябрҙә (урыны аныҡлана) "Башҡорт милли кейеме көнө" байрамы (кисәгә милли кейемдә килеү мотлаҡ) булараҡ үтә һәм ул түбәндәге сараларҙан тора: селтәрҙәр күргәҙмәһе (мәҙәниәт йорто фойеһында); башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме ҡашмау буйынса оҫталыҡ дәресе; ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар менән конкурс һөҙөмтәләре буйынса түңәрәк ҡор; сәхнәнән селтәрҙәрҙе демонстрациялау; бәйгелә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү. Номинациялар:
1. "Ырыу-төбәктең селтәр өлгөһө" (аныҡ тарихи осорҙағы селтәрҙең реставрацияланған варианты).
2. Традицион селтәр.
3. "Үҫмер ҡыҙ бала өсөн селтәр".
4. "Йәш-елкенсәк өсөн селтәр".
5. "Заманса стилләштерелгән селтәр".
Бәйгенең мәғлүмәти бағыусылары:
Башҡортостан юлдаш телевидение каналы.
Башҡортостан юлдаш радиоһы.
-"Киске Өфө" гәзите редакцияһы;
-"Шоңҡар" йәштәр журналы;
- "Аманат" балалар журналы.
Сығанаҡ: «Киске Өфө» гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө