Куптән түгел Башҡортостан Республиканың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нажиә Аллаярова күркәм юбилейын билдәләне. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына моң алиһәһен ҡотларға билдәле опера солистары, йырсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде.
Нажиә Һибәт ҡыҙы ғүмерлеккә сәнғәткә ғашиҡ, сәхнә уның тормошоноң алыштырғыһыҙ бер өлөшө. Урал һандуғасы, Учалы районы ҡыҙы Нажиә Аллаярова бала сағынан сәнғәт донъяһына ғашиҡ. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ үҙешмәкәр бейеү коллективына йөрөй, хатта, билдәле балетмейстер Фәйзи Ғәскәров та уның киләсәге - ансамблдә тип күрә. Әммә моңло тауышлы ҡыҙ күңеле менән оҙон көйлө халыҡ йырҙарына тартыла. Сығарылыш синыфында белем алғанда уға Мәскәү сәхнәһендә сығыш яһау бәхете тейә. Башҡорт сәнғәте декадаһы - Нажиә Һибәт ҡыҙын «йондоҙ»ҙар менән таныштырып, яңы маҡсаттар ҡуйыуға этәрә.
Нажиә Аллаярова Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, Мәскәүҙә белемен камиллаштыра. Тыуған яғына ҡайтып, Башҡорт дәүләт филармонияһында бер аҙ эшләй, артабан сирек быуат ғүмерен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына арнай. Тиҫтәләрсә образдар аша ул халыҡҡа тағы ла яҡыная. Романстар һәм башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа уға тиңдәр булмай. Моңло тауышын сылтырап аҡҡан шишмә тип сағыштыралар. Талант эйәһенең ижад кисәһендә Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Раил Кучуков та йәш саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сәнғәт кешеһенең тормошо тынғыһыҙ, гастроль артынан гастролдәр - Нажиә Һибәт ҡыҙының арыу-талыу белмәүе, тырышлығы маҡтауға лайыҡ, тине ул.
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нажиә Аллаярова үҙен бар яҡлап та бәхетле тип иҫәпләй. Был алтын һүҙҙәрҙе ул ижад кисәһендә бер нисә ҡат ҡабатланы. «Тамашасы һөйөүе - иң ҙур баһаларҙың береһе»,-тине ул. Байрамда ҡатнашыусылар талант эйәһенең йәш саҡ хәтирәләрен тыңлап кинәнде, экранда күрһәтелгән музыкаль клиптар ҙа сараға йәм өҫтәне.
Нажиә Һибәт ҡыҙының сәнғәткә булған оло һөйөүе - балаларына ла күсә. Ейәнсәрҙәре бөгөн республика, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Рәсәйҙең абруйлы концерт майҙансыҡтарында сығыш яһайҙар.
Сәнғәт әһеле Нажиә Аллаярованың Башҡортостан сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ҡайнар алҡыштар, ҡотлау һүҙҙәре - барыһы ла ысын күңелдән, оло йөрәктән килә. Һандуғастай моңло тауышлы артист менән осрашыу һәр ваҡыттағыса онтолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/f-l-bash-ortostan-andu-asy-nazhi-allayarovany-izhad-kis-e-tte/