"Урал аръяғы-2021" өсөнсө Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 2021 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында үтә. Сара Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында ойошторолған.
Форумдың программаһы эшлекле һәм мәҙәни сараларҙан тора. Ҡатнашыусыларҙы сәнәғәт комплексы, ауыл хужалығы, эске туризм һәм иҡтисад үҫеше темаларына арналған стратегик сессиялар, шулай уҡ гастрономик һәм музыкаль фестивалдәр көтә. Рәсәй дәүләт власы, бизнес-берләшмә һәм мәҙәниәт вәкилдәренең генә түгел, сит ил спикерҙарының дә килеүе көтөлә.
Форумды ойоштороусыларҙың бүләге - Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерияның сығышы. Ул "Урал аръяғы" күп функциялы үҙәгенең асыҡ майҙансығында "опен эйр" форматында уҙа. Илебеҙ эстрадаһы йондоҙо, "Часики", "Метелица", "Таю", "Рига-Мәскәү" хиттарын һәм яңы йырҙар тәҡдим итәсәк.
Инвестиция һабантуйының мәҙәни-күңел асыу программаһын әҙерләү буйынса ҙур эш башҡарылды. Ул көндөҙгө сәғәт 3-тә "Street Beat" бейеү шоу-концертынан башлана. Артабан кисәне Сибай коллективтары дауам итә. Киске 10-сы яртыла иһә йырсы KARINA сәхнәгә сыға. Кисәнең хедлайнере - Валерия. Уның сығышы киске сәғәт 10-да башлана. Сибай ҡалаһында йәшәүселәр өсөн инеү бушлай. Байрам фейерверк менән тамамланасаҡ. Билдәләп үтергә кәрәк, "Урал аръяғы" форумының бөтә саралары Роспотребнадзор талаптарына ярашлы үткәрелә.